+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Сентябрь 2020, 11:51

Уңышты нисек һаҡларға?

Һаҡлауға һала торған йәшелсә-емеште ҡабығын йәнсетмәй генә тупраҡтан таҙарталар, киптерәләр, серек төшкәнен, зарарланғанын айыралар, шунан елләй торған йәшниктәргә йә һауыттарға тултыралар. Әммә был ғына етмәй. Аҙмы-күпме ваҡыттан күрер күҙгә сәләмәт йәшелсәләрҙә лә ауырытҡыс микроорганизмдар үрсей башлай. Уңышты мәкерле дошмандан экология йәһәтенән хәүефһеҙ универсаль тәбиғи препарат “АнтиГниль” яҡшы һаҡлай. Ул тәбиғи Bacillus subtilis бакте­рияһы ярҙамында эшләнә. Был бактерия сәләмәт үҫемлектәрҙән алына һәм сәнәғәт ысулы менән үрсетелә. Йәшелсә-емешкә ултыр­тылғас, ул ауырытҡыс бактерия­лар­ҙы эстән юҡ итә башлай. Был бактерия нигеҙендә эшләнгән препараттарҙың (“АнтиГниль”, “Фитоспорин-М Золотая Осень”) кешегә бер зыяны юҡ, уларҙы уңышты йыйғанда ҡул­ланырға һәм артынса уҡ йәшелсәне ашарға мөмкин. Ул йәшелсә-емеште һаҡлау мөҙҙәтен оҙайта, тәменә зыян килтермәй.#Баҡсасылыҡ#МулУңыш

Һаҡлауға һала торған йәшелсә-емеште ҡабығын йәнсетмәй генә тупраҡтан таҙарталар, киптерәләр, серек төшкәнен, зарарланғанын айыралар, шунан елләй торған йәшниктәргә йә һауыттарға тултыралар. Әммә был ғына етмәй.

Аҙмы-күпме ваҡыттан күрер күҙгә сәләмәт йәшелсәләрҙә лә ауырытҡыс микроорганизмдар үрсей башлай. Уңышты мәкерле дошмандан экология йәһәтенән хәүефһеҙ универсаль тәбиғи препарат “АнтиГниль” яҡшы һаҡлай. Ул тәбиғи Bacillus subtilis бакте­рияһы ярҙамында эшләнә. Был бактерия сәләмәт үҫемлектәрҙән алына һәм сәнәғәт ысулы менән үрсетелә. Йәшелсә-емешкә ултыр­тылғас, ул ауырытҡыс бактерия­лар­ҙы эстән юҡ итә башлай. Был бактерия нигеҙендә эшләнгән препараттарҙың (“АнтиГниль”, “Фитоспорин-М Золотая Осень”) кешегә бер зыяны юҡ, уларҙы уңышты йыйғанда ҡул­ланырға һәм артынса уҡ йәшелсәне ашарға мөмкин. Ул йәшелсә-емеште һаҡлау мөҙҙәтен оҙайта, тәменә зыян килтермәй.

“Фитоспорин-М Золотая осень” препаратын – йәйҙең икенсе ярты­һында, ә “АнтиГниль”де һаҡлауға һалыр алдынан ҡулланалар.
Мөгәрәптәрҙең һәм баҙҙарҙың стеналарын, кәштәләрҙе, йәш­никтәрҙе уңышты йыйыр алдынан 2-3 аҙна элек “АнтиГниль” йәки “Золотая осень” менән эшкәр­тәләр: 30–60 кв. м майҙанға 1 һауыт препарат тотонола.

“ФитоБумага” тип аталған ҡағыҙ ҙа бик файҙалы. Уға химик өҫтә­мә­ләр ҡушылмай, ул кеше өсөн за­рарһыҙ. Составындағы тәбиғи һаҡ бактериялары һәм фитонцидлы үҫемлектәрҙең эфир майҙары йә­шелсәне, емеш-еләкте һыуытҡыс­тарҙа, баҙҙа, йәшниктәрҙә һәм кон­тейнерҙарҙа ҡәҙимгегә ҡарағанда 1,5-2 тапҡыр оҙағыраҡ һаҡлау мөмкинлеген бирә.

“ФитоБумага”ны йәшелсә-емеш тултыра торған йәшниктең төбөнә түшәп ҡалдыралар һәм өҫтән дә бер ҡат ябып ҡуялар. 5–10 кг продукцияға ни бары 2 пластина “ФитоБумага” кәрәк.
Сығанаҡ - https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: