Ошо көндәрҙә Башҡортостан хужалыҡтарында 2020 йылда етештерелгән дүрт мең тонна арпа “Илеш элеваторы”нан йылға буйлап Иорданияға оҙатылған. Илеш элеваторы игенде һыу буйлап ебәрә алған төбәктәге берҙән-бер предприятие булып тора. Унда кәрәкле инфраструктура булдырылған, бер миҙгелдә 100 мең тоннағаса игенде һыу буйлап ебәреү мөмкинлеге бар.
Предприятиеға игенде Балтика буйы илдәренә, Иранға, Төркиәгә оҙатыу мөмкинлеген булдырыу тураһындағы ҡарар республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы Инвестиция сәғәтендә – 2019 йылдың майында – ҡабул ителгәйне. Был ҡарарҙы бойомға ашырыу өсөн йәй көнө Татарстандың Аҡтаныш районы Әзәкүл ауылынан Башҡортостандың Илеш районы Груздевка ауылына тиклем Ағиҙел йылғаһының 20 км өлөшөндә йылға төбөн тәрәнәйтеү эштәре башҡарылды.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә сығарыу структураһының үҙгәреүен билдәләп үтергә кәрәк. Элек башлыса иген культуралары сығарылған булһа, хәҙер майлы культуралар күберәк оҙатыла. Иген культураларының 13 проценты ғына экспортлана.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы.