-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Декабрь 2020, 10:47

«Агростартап» гранты ярҙамында Башҡортостанда тағы бер фермерлыҡ хужалығы барлыҡҡа килде

«Агростартап» гранттарын биреүгә конкурста ҡатнашыу Нәфис Нәсхетдиновҡа үҫемлекселек тармағында бизнес проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе.

«Агростартап» гранттарын биреүгә конкурста ҡатнашыу Нәфис Нәсхетдиновҡа үҫемлекселек тармағында бизнес проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Шулай Әлшәй районында тағы бер ныҡлы крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы барлыҡҡа килде.
Нәфис Таһир улы крәҫтиән эшендә яңы кеше түгел. Икмәк үҫтереү, мал аҫрау серҙәрен быға тиклем дә белгән ул. Өс-дүрт йыл буйына 15 гектар пай ерендә мал аҙығы культуралары сәскән. Күптән түгел фермер «Агростартап» грантына конкурста ҡатнашырға ҡарар иткән. Үҙ проектын уңышлы яҡлап, 1 млн 980 мең һумлыҡ грант алған. Был аҡсаға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған, бынан тыш фермер бер эш урыны булдырған. Хәҙер Нәфис Нәсхетдинов яҙғы сәсеү эштәренә әҙерләнә, проектын үҫтереүҙе туҡтатырға ниәтләмәй ул. Пландарында – бойҙай, арпа, башҡа культуралар сәсеү өсөн хужалыҡ майҙандарын киңәйтеү.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты һәм «Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 68 эш башлаусы фермер 211,5 дөйөм суммаға «Агростартап» гранттары алды.
#КесеҺәмУртаЭшҡыуарлыҡ
#ФермерҙарғаЯрҙам
#МиллиПроекттар
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://agriculture.bashkortostan.ru/
Читайте нас