+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Декабрь 2020, 10:43

Башҡортостан фермеры нисек грант алып булыуын һөйләне

Стәрлебаш районынан фермер Алмаз Рәхимҡулов аттарҙы кескәйҙән яратҡан. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ ағаһы менән бергәләп атай-әсәйҙәренә ярҙам итеүҙәрен, аттар көтөүен иҫенә төшөрә ул.

Стәрлебаш районынан фермер Алмаз Рәхимҡулов аттарҙы кескәйҙән яратҡан. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ ағаһы менән бергәләп атай-әсәйҙәренә ярҙам итеүҙәрен, аттар көтөүен иҫенә төшөрә ул.
Үҙенең шәхси хужалығын булдырыу идеяһы ғаилә ҡорғандан һуң килә. Ата-әсәһенең ат аҫрау һәм ҡымыҙ етештереү эшенең уңышлы барыуын күреп, фермер был эш менән үҙе лә шөғөлләнеп ҡарарға була.
«Районда яҡшы ярҙам иттеләр. Атай-әсәйемдең был тармаҡта күптән эшләүен беләләр. Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә бөтәһен дә аңлаттылар, ниндәй ярҙамға өмөт итә алыуымды һөйләнеләр. Һөҙөмтәлә, төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында «Агростартап» конкурсында ҡатнашып аҡса оттом», - тип һөйләй фермер.
Грант аҡсаһына (3 млн һумға яҡын) һәм үҙе йыйған аҡсаға Алмаз Рәхимҡулов 29 бейә һәм нәҫелле айғыр, мал аҙығы әҙерләү өсөн пресс-йыйғыс һатып алған. Тракторы үҙенеке булған. Һөттө грант алыусы ҡымыҙ етештереү өсөн тапшырырға ниәтләй, шөкөр, ата-әсәһендә был эш көйләнгән.
Әле фермер ҡымыҙ цехы төҙөү өсөн дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлектәрен өйрәнә. Бынан тыш, ул районда йылҡы итенә һорау ҙур булыуын да билдәләй, тимәк, ит эшкәртеү менән шөғөлләнеү тураһында ла уйларға була.
#Агростартап
#КесеҺәмУртаЭшҡыуарлыҡ
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://agriculture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: