Бөгөн республикала 347 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшләй, шуларҙың 43-ө 2020 йылда булдырылған. Бер йыл эсендә булдырылған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса Башҡортостан өс йыл буйына Рәсәй Федерацияһында алдынғылыҡты бирмәй. Бында граждандар башланғыстары нигеҙендә килем килтереүсе проекттарға ярҙам итеү буйынса программа ла үҙ өлөшөн индергән. 2018-2019 йылдарҙа төбәктә 230-ҙан ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшләй башланы.
Благовещен фермеры Артем Вотинов, килем килтереүсе проекттарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә 2019 йылда 2,64 млн һумлыҡ грант отоп, коллегалары менән бергә «Благфермер» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын булдырған. Эшҡыуарҙар итте беренсел эшкәртеүҙе үҫтерергә ниәтләгәндәр. Бөгөн әүҙем ауыл халҡы модулле һуғым цехын төҙөүҙе тамамлай. Ул Иҙәк ауыл советы биләмәһендә урынлаштырылған. Бында һуғымға сусҡа, аттарҙы һәм эре мөгөҙлө малды ҡабул итәсәктәр. Цех файҙаланыуға әҙер, рөхсәт документтарын рәсмиләштереп бөтәһе ҡалған. Предприятие 2021 йылдың ғинуарында эшләй башлар, тип планлаштырыла.