«Бобинский» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы Мәсетле районында 2018 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. Ул саҡта пайсылар үҙ көстәре менән ит һәм ярым-ыҫланған колбасалар етештергән. Шул йыл аҙағында кооператив урындағы хакимиәттән 500 мең һум грант алған. Был ит һәм колбаса изделиелары ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек биргән.
2019 йылда, алынған грантҡа йыһаздар һатып алғас, продукция етештереү күләме 27 тонна тәшкил иткән. Шул уҡ йылда ауыл хужалығы кооперативы артабан үҫешеүгә курс алып, төбәк Ауыл хужалығы министрлығының граждандар башланғыстарына нигеҙләнгән килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант алыуға конкурсында ҡатнашырға булған. Алынған 1,8 млн һум күләмендәге грантҡа ярымфабрикаттар етештереү өсөн йыһаз һатып алғандар. Хәҙер «Бобинский» кооперативында билмән, кәтлит, фрикаделькалар эшләйҙәр.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, республикала 360 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Уларҙың 230-ға яҡыны килем килтереүсе проекттар республика конкурсында ҡатнашыу арҡаһында барлыҡҡа килде. Ике йыл эсендә был программа буйынса төбәк бюджетынан ярҙам суммаһы 600 млн һум тәшкил итте.
#КесеҺәмУртаЭшҡыуарлыҡ
#ЭшҡыуарҙарғаЯрҙам
#МиллиПроекттарБашҡортостан