2020 йыл йомғаҡтары буйынса «Фермерлыҡҡа ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу ауыл хужалығында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2426 кешене йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Был планлаштырылған күрһәткестән 12,6 процентҡа артығыраҡ. Был турала республикала «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты ултырышында республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов хәбәр итте.
2020 йылда төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 266 млн һум күләмендә дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән 211,5 млн һум күләмендә «Агростартап» гранттары, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына һатып алынған техника һәм йыһаздар һәм пайсыларҙан һатып алынған һәм һатылған продукция өсөн сығымдарҙы өлөшләтә субсидиялауға 49,4 млн һум, Ауыл хужалығы кооперацияһы тармағында компетенциялар үҙәгенә субсидиялар биреүгә 5,1 млн һум биреү ҡаралған булыуы билдәләнде.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары йыл йомғаҡтары буйынса грант алыусыларҙың 161 кешене эшкә урынлаштырыуын билдәләне.
Сара аҙағында Ирек Сураҡов 2021 йылдан «Фермерлыҡҡа ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проектының ғәмәлдән сығыуын билдәләне. Ярҙам саралары дауам итәсәк, тик улар «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының акселерацияһы» төбәк проекты составында буласаҡ. 2021 йылда уларҙы тормошҡа ашырыуға 281,9 млн һум бүленәсәк. Шул иҫәптән «Агростартап» грант ярҙамына – 123,7 млн һум, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһына субсидияларға – 154 млн һум, компетенциялар үҙәгенә субсидияларға – 4,2 млн һум.
#КесеҺәмУртаЭшҡыуарлыҡ
#АуылКооперацияһынҮҫтереү
#Агростартап
#МиллиПроекттарБашҡортостан