+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Февраль 2021, 11:56

Башҡортостанда килем килтереүсе проект заманса һөт продукцияһы етештереү кооперативына әйләнгән

Республиканың Шишмә районында ауыл халҡы инициативаһы һәм республика гранты продукцияһының киң ассортименты һәм һатыу нөктәләре булған заманса һөт эшкәртеү производствоһын булдырырға мөмкинлек биргән.

Республиканың Шишмә районында ауыл халҡы инициативаһы һәм республика гранты продукцияһының киң ассортименты һәм һатыу нөктәләре булған заманса һөт эшкәртеү производствоһын булдырырға мөмкинлек биргән.
Азат Нурғәлиев 1993 йылдан бирле фермерлыҡ хужалыҡ башлығы. Элек һөттө эшкәртеүселәргә тапшырған булған. Әммә уны үҙенә эшкәртеүҙең килемлерәк икәнлеген аңлаған.
-Әгәр ҙә ауыл хужалығы кооперативы булдырһаң, дәүләттең ярҙам итәсәген белдем. Пайсылар рәтенә 12 шәхси ярҙамсыл һәм бер фермерлыҡ хужалығы йәлеп итә алдым. Бергәләп республиканың ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт иттек, унда гранттар бүлеүгә конкурс бара ине. Беҙҙең проект килем килтереүсе проекттар исемлегенә инде, - тип һөйләй Азат Денислам улы.
«Нур-Агро» ауыл хужалығы кооперативы 2,6 млн һум күләмендә грант алған. Бүленгән аҡсаға кәрәкле йыһаз, һыуытҡыс камералы автомобиль һатып алғандар. Бөгөн «Нур-Агро» 15-кә яҡын төр тәмле, иң мөһиме натураль һөт продукцияһын етештерә.
Билдәләп үтергә кәрәк, бөгөн республикала 360 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Уларҙың 230-ы килем килтереүсе проекттар республика программаһында ҡатнашыу арҡаһында булдырылған. Ике йыл эсендә был программа буйынса төбәк бюджетынан ярҙам суммаһы 600 млн һум тәшкил иткән.
Республикала ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектының «Фермерлыҡҡа ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә күрһәтелде. Саралар дауам итәсәк, тик улар «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының акселерацияһы»төбәк проекты составына инәсәк.
#КесеҺәмУртаЭшҡыуарлыҡ
#ЭшҡыуарлыҡҡаЯрҙам
#ТөбәкПроекттарыБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://agriculture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: