+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Февраль 2021, 10:57

Өс йыл эсендә Рәсәйҙең бөтә ауыл хужалығы кооперативтарының 13 проценты Башҡортостанда булдырылған

Рәсәйҙең Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы яңы булдырылған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса субъекттар рейтингын төҙөнө. Өс йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан беренсе урында.

Рәсәйҙең Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы яңы булдырылған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса субъекттар рейтингын төҙөнө. Өс йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан беренсе урында. Был ваҡыт эсендә төбәктә 289 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, 2018 йылда – 118, 2019 йылда – 119 һәм 2020 йылда – 52 кооператив булдырылған. Шулай итеп, өс йылда Рәсәйҙең бөтә ауыл хужалығы кооперативтарының 13 проценты Башҡортостанда асылған.
Башҡортостанда фермерлыҡты һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса системалы эш үткәрелгәйне. Был эштең иң мөһим өлөшө – маҡсаттарҙы, бурыстарҙы һәм этаптарҙы билдәләүсе норматив-хоҡуҡи базаны булдырыу. Кооператив хәрәкәтендә ҡатнашыусылар араһында вәкәләттәрҙе таратыуҙың өс кимәлле системаһы (республика-муниципаль-кооператив) төҙөлдө. Төбәктә килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу программаһы булдырылды. Уны уңышлы тормошҡа ашырыу 2018 һәм 2019 йылдарҙа ғына 237 ауыл хужалығы кооперативы асырға мөмкинлек бирҙе. 2021 йылда программа әҙерәк үҙгәртеләсәк һәм дауам итәсәк.
Республикала ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектының «Фермерлыҡҡа ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә күрһәтелде. Ярҙам саралары дауам итәсәк, тик улар «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының акселерацияһы» төбәк проекты составына инәсәк. 2021 йылда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына субсидияларға 154 млн һум йүнәлтеләсәк.
#КесеҺәмУртаЭшҡыуарлыҡ
#ФермерлыҡҡаЯрҙамИтеү
#АуылКооперацияһынҮҫтереү
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://agriculture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: