Башҡортостандың тағы ла бер предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусылар исемлеген арттырҙы. Был юлы Федераль компетенциялар үҙәге белгестәре «Артемида» һөтсөлөк фермаһында етештереү һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ. Компания етештереүҙе проектта ҡатнашыу ваҡытында өс йылда 30 процентҡа тиклем арттырырға ниәтләй.
«Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы һөт етештерә, тоҡом малы үрсетә. Бөгөн фермала 2500-ҙән ашыу мал, шул иҫәптән 1260 һыйыр бар. Йыл һайын предприятиела 9 мең тоннанан ашыу һөт етештерелә.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында беҙ, тәү сиратта, ауыл хужалығы етештереүенең һөҙөмтәлелеген, урта звеноның компетенциялар кимәлен арттырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында практик тәжрибә алыу өсөн ҡатнашырға булдыҡ, - ти «Артемида» хужалығы директоры Пожидаев Евгений Викторович. – Проектта ҡатнашыу беҙгә ҙур матди сығымдарһыҙ прордукцияның үҙҡиммәтен кәметергә, уны етештереү күләмен арттырырға һәм яҡын арала рентабеллектең, эшселәрҙең хеҙмәт хаҡтарының яңы кимәленә сығырға мөмкинлек бирәсәк».
Федераль компетенциялар үҙәге белгестәре һөйләүенсә, эштең әүҙем стадияһы башланған да инде. Ярты йыл эсендә һыйырҙарҙы һауыу процесына ҡараштарҙы тикшерергә, фермала йыһаздарҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға кәрәк буласаҡ.
#МиллиПроекттарБашҡортостан
#АртемидаХужалығы