Башҡортостанда һөт етештереү күләмен “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә һаҡсыл технологиялар иҫәбенә арттырасаҡтар. Компетенциялар федераль үҙәге эксперттары “Артемида” һөтсөлөк фермаһында етештереүсәнлекте күтәрәсәк. Был хужалыҡ һөт етештереү һәм тоҡом малдары үрсетеү менән шөғөлләнә. Бөгөн фермала 2500-ҙән ашыу хайуан аҫрала, уларҙың 1260-ы – һыйырҙар. Йыл һайын предприятиела 9 меңдән ашыу һөт етештерелә. “Артемида” директоры Евгений Пожидаев әйтеүенсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ауыл хужалығы етештереүсәнлеген арттырыу өсөн ҡатнашырға булғандар.
Әле республикала был милли проектта 100-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Өс йылда улар етештереүсәнлекте яҡынса 30 процентҡа арттырасаҡ. Киләһе ярты йылда “Артемида”ла һыйырҙарҙы һауыу процесына иғтибар бирергә һәм фермалағы ҡоролмаларҙың эшләү һөҙөмтәлелеген арттырырға планлаштырыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты РФ президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указдары менән раҫланған һәм 2024 йылға тиклем йыл һайын илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа арттырыуға шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Сығанаҡ: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.