2021-2026 йылдарға Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә кесе бизнесты трансформациялау ярҙамында яңы эшкәртеү производстволарын булдырыу планлаштырыла. Был турала БР Хөкүмәте ултырышында БР вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Бөгөн Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса кесе бизнесҡа алты ярҙам программаһы эшләп килә. Был «Агростартап», «Ғаилә фермаһы» гранттары, кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереүгә грант, «Агропрогресс», «Агротуризм» гранттары һәм кооперативтар сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар. Бынан тыш концепция сиктәрендә килем килтереүсе предприятиелар буйынса һөҙөмтәлелеген күрһәткән проектҡа үҙгәрештәр индереү тәҡдим ителә.
-Ярҙам 14 млн һумға тиклем арттырыласаҡ, элегерәк ул 3 млн һум тәшкил итә ине, - тип аңлата Илшат Фәзрахманов.
Һөҙөмтәлә, концепцияның был йүнәлешен тормошҡа ашырыу кесе бизнесты эрерәк эшкәртеү производстволарына үҙгәртеүгә килтерергә тейеш.
#КесеҺәмУртаБизнес
#БизнесҡаЯрҙамТөрҙәре
#МиллиПроекттарБашҡортостан