Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһының экспорты, 2021 йылдың 30 майына оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 79,1 млн АҠШ долларынан артҡан.
Элекке кеүек, экспорттың төп өлөшөн төбәктә май тармағы продукцияһы тәшкил итә – 61,2%. Икенсе позицияла игенле культуралар, уларҙың өлөшөнә 26,9 процент тура килә. Өсөнсө урында – аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы.
«БРла агросәнәғәт комплексы продукцияһының экспорты» төбәк проектының 2021 йылға маҡсатлы индикаторы 157,3 млн АҠШ доллары күләмендә планлаштырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһын 177,7 млн һумға экспортлағандар (маҡсатлы индикатор 115 млн АҠШ доллары булған). Ағымдағы йылда «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы төбәк проекты буйынса 157,3 млн доллар күрһәткесенә ирешеү күҙаллана. 2024 йылға был һан 203 млн долларға етергә тейеш.