Башҡортостандың Учалы районынан фермер 2020 йылда 2 млн 912 мең һум күләмендә «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә бирелә торған «Агростартап» грантын отҡан. Асҡалар йыһаз һатып алыуға тотонолған. Етештереүҙе замансалаштырыу арҡаһында фермер табышын 2,5 тапҡырға арттыра алған.
-Хужалыҡтың кесе формаларына төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе үҫтереүҙә мөһим роль бирелә, - тип һөйләй Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов. – Тап кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ секторы был йүнәлештә ҙур мөмкинлектәргә эйә. Грант программалары арҡаһында ауыл халҡы араһында эшҡыуарлыҡ башланғысын көсәйтергә ниәтләйбеҙ.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://agriculture.bashkortostan.ru/