+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Февраль 2022, 09:07

Туймазыла һөтсөлөк малсылығын үҫтерергә ниәтләйҙәр

Туймазы районында «Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә» ике проект ҡарағандар.

Туймазы районында «Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә» ике проект ҡарағандар.

         Шәхси эшҡыуар Крәҫтиән-фермерлыҡ хужалыҡ башлығы Гөлнара Ғәниева фермерлыҡ хужалығын булдырырға, һөтсөлөк малсылығын үҫтерергә ниәтләй. 2020 йылда ул «Эш башлаусы фермер» программаһы буйынса грант алған. Малдар һанын арттырыу өсөн уға бесәнлектәрен һәм һөрөнтө ерҙәрен арттырырға кәрәк.

         «Пират-мармелад» сауҙа нөктәһен шәхси эшҡыуар Лиана Насибуллина асырға планлаштыра, район хакимиәтенә ул проектты субсидиялау мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткән.

         Вәҡәләттәре сиктәрендә хакимиәт хеҙмәттәре эшҡыуарҙарҙың проекттарына ярҙам итәсәк.

         Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ярҙамды «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә ала.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://tuimazy.bashkortostan.ru/

 

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: