+2 °С
Болотло
Сибай ҡалаһында 2007 йылдан башлап «Дала» агрофирмаһы йәмғиәте – ауыл хужалығы предприятиеһы эшләп килә, уның директоры Азамат Мәхмүтов. Эшмәкәрлектәренең төп тармағы – иген культуралары үҫтереү.
«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә предприятиеға биналар биреү төрөндә ярҙам күрһәтелгән. Предприятиела дүрт эш урыны булдырылған, шулай уҡ миҙгел эштәре ваҡытында 12 кешене килешеү буйынса эшкә алалар. Даими эш урындары һанын арттырыу планлаштырыла.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://sibay.bashkortostan.ru/council/structure/