+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Март 2022, 09:13

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» конкурсына документтар ҡабул итә башлай

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында «Агростартап» гранттарын биреүгә конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башлай. 2022 йылда төбәктә эш башлаусы ауыл эшҡыуарҙары араһында иң популяр булған программа – «Агростартап» буйынса дәүләт ярҙамы 125,4 млн һум тәшкил итәсәк.

         -Быйыл грантҡа конкурста ҡатнашыусылар күп буласаҡ. Уға тик иң әҙер һәм перспективалы проекттары булған, һөҙөмтәлә төбәктә аҙыҡ-түлек етештереүсе булып китә аласаҡ претенденттар ғына иҫәп тота ала, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов. – Конкурста ҡатнашыусылар проекттарын комиссия ҡаршыһында яҡлаясаҡ, уның ултырышы онлайн-режимда күрһәтеләсәк.

         Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2022 йылдың 21 мартынан 1 апреленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында 450058, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://apkrb.info/

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: