-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
6 Февраль 2018, 16:58

Ни өсөн тауыш бирергә барам?

Динес мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Фаягөл Зөлфәт ҡыҙы Кантимерова яуап бирә:

Динес мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Фаягөл Зөлфәт ҡыҙы Кантимерова яуап бирә:

- Мин һайлауға мотлаҡ барасаҡмын, ғүмерем эсендә бер тапҡыр ҙа унда ҡатнашмай ҡалғаным булманы. Минеңсә, һайлауҙа, бигерәк тә илебеҙ Президентын һайлағанда, ҡатнашырға кәрәк. Илебеҙҙең киләсәге уның нисек итеп дәүләттең һәм граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлауына, етәкселек итеүенә бәйле буласаҡ.

Туғыҙ йәшлек улымды ла Тыуған ил, уның киләсәге өсөн битараф булмаҫҡа өйрәтәм. Минең бюллетенемемде урнаға төшөрөү өсөн Нурислам был көндө түҙемһеҙләнеп көтә. Һайлау хоҡуғына эйә булған бөтә граждандарҙы ла унан файҙаланырға саҡырам.
Читайте нас: