-Рәсәй юғары законы- РФ Конституцияһы тарафынан һайлау хоҡуғы бирелгәндән бирле һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең был эшкә битараф булып, бындай мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалыуын аңламайым. Шунан Президенттан ҡәнәғәт булмауҙарын, улар күрергә теләгән кеше булмауына ҡәнәғәтһеҙлек белдерәләр. Һайлауға йөрөргә, илебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаҫҡа кәрәк. Беҙ булмаһаҡ, кем һуң?!