-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
1 Март 2018, 13:20

Ғаризалар ҡабул итеү башлана

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә, 2018 йылдың 18 мартында, һайлаусы паспортында күрһәтелгән теркәлгән – йәшәгән адресы буйынса булмай икән, ул тауыш биреүҙең яңы тәртибенән файҙалана ала.

Ошо айҡанлы беҙ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Латипов Илһам Рауил улына һорауҙар бирҙек.

- Билдәле булыуынса, 31 ғинуарҙа тауыш биреү көнөндә теркәлгән урыны буйынса булмаған граждандарҙан ғаризалар ҡабул итеү пункты эшләй башлай. Улар ҡайҙа урынлашасаҡ һәм нисек эшләйәсәк?

- Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы территориаль һайлау комиссиялары тарафынан бөтөн республика буйынса Рәсәй Президентын һайлағанда һайлаусыларҙы килгән урын буйынса исемлеккә индереү тураһында ғаризалар ҡабул иткән 109 пункт эшләйәсәк. Бынан тыш, Күп функциялы үҙәктәрҙең 74 филиалы һәм бүлексәләре, дәүләт хеҙмәттәре порталы, ә артабан, 25 февралдән – участка һайлау комиссиялары аша ғариза бирергә мөмкин. Уҡыусыларҙың иғтибарын шуға йүнәлтәм – кешенең мөрәжәғәте буйынса ғариза һәр территориаль һайлау комиссияһында, һәр ҡалалағы йәки ҡасабалағы Күп функциялы үҙәктең филиалында йәки бүлексәһендә ҡабул ителә. Ғариза теркәү урынына бәйле түгел.

- Барған урында тауыш биреү тураһында ғаризала 18 мартта һайлаусы тауыш бирергә теләгән һайлау участкаһын күрһәтергә кәрәкме? Мәҫәлән, Фёдоровка районы территорияһында ғариза биргән көндө Өфө ҡалаһында тауыш биреү өсөн һайлау участкаһының һанын, уның урынлашҡан урынын нисек белергә?

- Быны үҙаллы эшләү өсөн ике ысул бар. Беренсенән, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында “ТИК и УИК на карте России” тип исемләнгән һылтанма бар, унда күскәндә Президент һайлағанда эшләйәсәк участка һәм территориаль һайлау комиссияларының урынлашҡан урыны күрһәтелгән интерактив таҡта асыла. Картаны асҡанда был бит ҡулланыусынан уны урынлашҡан урынын файҙаланыуға рөхсәт һорай. Программа яҡындағы һайлау комиссияларын асыҡлай һәм картала уларҙың урынлашҡан урындарын күрһәтә.

Әгәр барған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә мөмкин булған территориаль һайлау комиссияһын билдәһе буйынса һораһаң, комиссияның адресы һәм телефоны пәйҙә буласаҡ. Илдең башҡа төбәктәрендәге территориаль һәм участка һайлау комиссиялары адрестарын бүлектең эҙләү системаһы ярҙамында табырға мөмкин.

Бынан тыш, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһында мәғлүмәт-белешмә үҙәге эшләй. Был үҙәккә 8-800-707-2018 (+7 (495) 727-2018) номеры буйынса шылтыратырға була. Элемтә операторына һайлаусының тауыш биреү көнөндә килергә планлаштырған бинаның адресын әйтергә кәрәк. Был адрес буйынса уны һайлаусылар исемлегенә индерәсәк участка комиссияһының адресын әйтәсәктәр. Мәғлүмәт-белешмә үҙәге телефоны буйынса комиссияның адресын һәм телефон номерын алырға була.

Бөтөн кәрәкле мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында ла бар: http://bashkortostan.izbirkom.ru/
Читайте нас: