-Ошо көндәрҙә мөһим ваҡиға була - РФ Президентын һайлаясаҡбыҙ. Минеңсә, был ваҡиғанан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Әлбиттә, “Минең тауышым ғына әллә ни хәл итмәҫ. Бер тауышҡа әҙерәкме, күберәкме”,- тиеүселәр ҙә булыр. Ә күпселек халыҡ шулай тиһә, нимә булыр?! Сөнки беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә. Әлбиттә, тауыш биреү- беҙҙең хоҡуғыбыҙ, ә бурысыбыҙ түгел. Ләкин һайлауҙарҙың һөҙөмтәһенә илебеҙҙең, һәр кешенең киләсәге бәйле. Мин 18 мартта һайлауҙарға мотлаҡ барам, бөтә район халҡына ла барырға тәҡдим итәм.