0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
18 Март 2018, 11:09

Бөгөн – РФ Президентын һайлау көнө

Фёдоровка районында иртәнге сәғәт һигеҙҙә 37 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты.

Фёдоровка районында иртәнге сәғәт һигеҙҙә 37 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң Фёдоровка ауылындағы 3189-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе Т.А. Шестопалова комиссия ағзаларына, күҙәтеүселәргә, һайлаусыларға участканың асылыуы тураһында хәбәр итте һәм тауыш бирергә саҡырҙы. Тәүгеләрҙән булып Котовтар ғаиләһе тауыш бирҙе. Үҙ конституцион хоҡуғынан файҙаланғандан һуң улар балыҡ тоторға юлланды.
Фёдоровка ауылындағы 3191-се һайлау участкаһында иң беренсе булып “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте эшсеһе Ш.А. Аллабирҙин тауыш бирҙе. Тауыш биргәндән һуң Шамил Малик улы эшкә китте.
Читайте нас: