Фёдоровка районының Динес ауылында Кантимерова Зәкиә Ниғмәтулла ҡыҙы – иң өлкән һайлаусы. РФ Президентын һайлауҙа ҡатнашыуы тураһында ул бына нимә тине: “Минеңсә, һайлау хоҡуғы булған һәр кем унда ҡатнашырға тейеш. Миңә 93 йәш. Бер һайлауҙан да ҡалғаным юҡ. Бөгөн инде мотлаҡ тауыш бирәм, сөнки киләсәгебеҙ шуға бәйле. Халыҡтың күпселеге лайыҡлы кандидатты һайлар, тип уйлайым”.