Фёдоровка районының Өсбүләк ауылындағы 3177-се һайлау участкаһында сәғәт ун икегә ауыл халҡының күпселеге тауыш биргән. Бер нисә кеше башҡа – үҙе булған урында тауыш бирә. Иң беренсе булып һайлау участкаһына Зәлиә һәм Фәйрүз Фәйзуллиндар килгән. Ә йәштәр Алина Рәхимова менән Динар Латипов тәү тапҡыр тауыш биргән. Һайлау комиссияһы ағзалары уларға бүләктәр тапшырған.