Һайлаусыларҙы һайлау алды программалары менән алты кеше таныштырҙы. Алда атап үтелгәндәрҙән тыш, унда С.И. Афонин, У.С. Кәримов, Е.И. Оськин, Р.С. Хисмәтуллина сығыш яһаны. Бөтә кандидаттар ҙа «Юлдарға һәм төҙөкләндереүгә бюджет сараларын һөҙөмтәле һәм ғәҙел бүлеү. Коррупцияға ҡаршы контроль һәм өҫтөнлөктәр» бәхәстәр темаһы буйынса үҙ позицияларын белдерҙе. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән күрһәтелгән кандидаттың һәр ҡайһыһының мөһим социаль әһәмиәтле проекттарға ҡарата үҙ планы, проекттары бар. Бөтә кандидаттарҙың да фекере бер нимәлә тура килде- улар халыҡ именлеге өсөн әүҙем эшләргә ниәтләй.