-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
29 Июнь 2018, 11:21

Бурысыбыҙ - мөһим кампанияны лайыҡлы үткәреү

Мартта уҙған илебеҙ Президентын һайлау йомғаҡтары һәм сентябрҙә уҙасаҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙар тураһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вә

-Хәйҙәр Арыҫлан улы, ағымдағы йылдың мартында илебеҙ Президентын һайлауҙар үтте. Республикала һайлау системаһын үҫтереү күҙлегенән сығып, уларҙың төп һөҙөмтәһе ниндәй?

-Өс ай элек тамамланған һайлау кампанияһы йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә, тәү сиратта, уларҙы ойоштороуҙың яңы сифат кимәлен билдәләргә кәрәк. Тотош ил буйынса тәүге тапҡыр файҙаланылған “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында республикала йәшәүсе 130 мең кеше, ил буйынса 5,5 миллиондан ашыу һайлаусы Рәсәй Президентын һайлауҙарҙа йәшәү урыны буйынса ҡатнаша алды һәм үҙ хоҡуғын ғәмәлгә ашырҙы. Былар барыһы ла граждандарҙың һайлау системаһына һәм һайлауҙарҙың һөҙөмтәһенә ҡарата ышанысын арттырырға ярҙам итте.

-Һайлауҙарға әҙерлек осоронда һәм тауыш биреү көнөндә ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙе тикшереү йомғаҡтары буйынса айырым һөҙөмтәләр яһалыуы күренеп тора.

-Рәсәй Президентын һайлауҙар буйынса һайлау кампанияһы барышында Үҙәк Һайлау комиссияһына 178 мөрәжәғәт килде. Барлыҡ мөрәжәғәттәр ҙә законда билдәләнгән ваҡытта тикшерелде, алты осраҡта шиҡәйәттәрҙең нигеҙле булыуы асыҡланды. Хаталар һәм етешһеҙлектәр буйынса етди анализ үткәрҙек, уның һөҙөмтәләре һайлауҙарҙы ойоштороусылар өсөн эшлекле кәңәшмәләрҙә һәм уҡыу-уҡытыу семинарҙарында тикшерелде.

-Ғәйеплеләр ниндәй яза алды?

-Тикшереүҙәр йомғаҡтары буйынса ғәйеплеләр 500 һумдан 30 мең һумғаса штраф төрөндә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Тауыш биреү көнөндә эш ритмы көсөргәнешле булыуға бәйле һирәк осраған закон боҙоуҙар, уларҙың эшмәкәрлегенең дөйөм йомғаҡтарына йоғонто яһаманы. Форсаттан файҙаланып, республика Үҙәк һайлау комиссияһы исеменән барлыҡ кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзаларына Рәсәй Президентын һайлауҙарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән өсөн рәхмәт белдерәм.

-Ағымдағы йылдың майында Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай һайлауҙары тураһында төбәк закондарына үҙгәрештәр индерҙе. Был нимәгә бәйле?

-Башҡортостандың Һайлауҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү уның положениеларына федераль закондар менән яраштырыуға бәйле. Республика кимәлендә һайлауҙарҙа йәшәү урынынан ситтә булған граждандар өсөн һайлау хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуҙың яңы тәртибе индерелде. Имза йыйыу ҡағыҙҙарында кандидаттарҙы, кандидаттар исемлеген хуплағанда грждандың йәшәү адресын күрһәтеүгә талаптар ябайлаштырылды. Граждандар тарафынан һайлау хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырғанда уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән башҡа үҙгәрештәр ҙә индерелде.

-Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай нисек формалашасаҡ?

-Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай составына 110 депутат инә. Уларҙың яртыһы мажоритар система нигеҙендә бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Еңеүсе-кандидат башҡалар менән сағыштырғанда, иң күп тауыш йыйырға тейеш. Ҡалған 55 депутат фирҡә исемлектәре өсөн бирелгән тауыштар һанына пропорциональ рәүештә берҙәм республика һайлау округы буйынса һайлана. Һайлау йомғаҡтары буйынса мандаттар билдәләүгә килгәндә, уның асылында түбәндәге ысул ята- депутат мандаттарын бүлеүгә тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусыларҙың биш йәиһә унан ашыу тауышын алған фирҡәләр индерелә.

-Алдағы һайлау кампанияһында беҙҙе ниндәй ваҡиғалар көтә?
Читайте нас: