Һайлау көнөндә Динес ауыл мәҙәниәт йортонда “Көҙҙәрҙең алтын сағы» тип аталған әҙәби-музыкаль осрашыу үткәрелде. Теләге булғандар тауыш биреп сыҡҡандан һуң тәмлекәстәр менән сәй эсә, концерт ҡарай алды. Шулай уҡ Фёдоровка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәбибуллин Руслан Вәсил улының граждандарҙы ҡабул итеүе ойошторолғайны.