Фёдоровка районы МР хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов иртәнге унынсы егерме минутта тауыш бирҙе. Ул һайлаусылар республика парламентына теләгән кандидатураһы өсөн тауыш бирһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылыуына шат булыуын белдерҙе. «Район үҙәгендә бөгөн ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолған, башҡа ауылдарҙа – концерттар, спорт уйындары һ.б. саралар үткәрелә.Минең бер ҡасан да һайлауға бармай ҡалғаным булманы. Әле бында, теркәлгән урыным буйынса, Фёдоровка ауылындағы 3188-се һайлау участкаһында тауыш бирәм. Районыбыҙ һайлаусылары әүҙем булыр, үҙебеҙҙең, районыбыҙ, республикабыҙ киләсәген һайлауға яуаплы ҡарашта булырҙар, тип өмөтләнәм“,-тине ул.