Һайлау системаһы йылдан-йыл камиллаша, һайлау асығыраҡ була бара. Был хаҡта брифингта «Рәсәй патриоттары» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Заһир Хәкимов белдерҙе.
«Быйылғы һайлау кампанияһы үткәндәренә ҡарағанда күпкә таҙа.Ҡара технологиялар аҙыраҡ ҡулланыла, хоҡуҡ боҙоуҙар аҙ», — тип иҫәпләй спикер.
Һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге КОИБ-тарҙы файҙаланып тауыш бирә, тип билдәләне Заһир Хәким улы.
«Был ғәҙел, асыҡ һайлауҙар уҙғарыу өсөн тағы ла күберәк мөмкинлектәр бирә. Йәмәғәт палатаһы беҙ ҡул ҡуйған «Ғәҙел һайлауҙар өсөн» килешеүенең инициаторы булып сығыш яһаны», — тип билдәләне депутат.