+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
9 Сентябрь 2018, 20:30

Зариф Байғусҡаров: «Беҙҙең киләсәгебеҙ — һәр ҡайһыбыҙҙың ҡулында»

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары беренселәр иҫәбендә төбәктең закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа тауыш бирә. Зариф Байғусҡаров һәр саҡтағыса хәләл ефете менән бергә тауыш бирҙе.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары беренселәр иҫәбендә төбәктең закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа тауыш бирә. Зариф Байғусҡаров һәр саҡтағыса хәләл ефете менән бергә тауыш бирҙе.

«Бөгөн республикала йәшәүсе һәр кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә – һайлау участкаһына килергә һәм кем намыҫлы эшләйәсәк һәм һайлаусыларҙың мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлаясаҡ шуның өсөн тауышын бирергә тейеш», — тип иҫәпләй парламентарий.

Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауға тауыш биреү бара. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы уҙа. 147 мандат билдәләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: