Иртәнге 8 сәғәттә район территорияһындағы 37 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты. Бөтә участкаларҙа ла һайлаусыларҙы үҙенә саҡырып, матур көйҙәр яңғыраны. Мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр артистары тарафынан концерттар һәм күңел асыу программалары, ҡайһы бер ауылдарҙа спорт саралары, уйындар, күргәҙмәләр ойошторолдо. Фёдоровка, Бала Сытырман, Ҡоро Иҙәк, Оло Сытырман ауылдарында ауыл хужалығы йәрмикәнләре уҙҙы.
Күпселек һайлау участкаларында беренсе булып йәштәр өсөн өлгө булырҙай әүҙем тормош позициялы өлкән йәштәге кешеләр тауыш бирергә килде. Мәҫәлән, Михайловка ауылында Николай менән Елена Блинниковтар шундайҙар иҫәбендә. Ире ғүмере буйы “Новая жизнь” колхозында- механизатор, ҡатыны- һауынсы булып эшләгән. Батыр ауылынан Тәнзилә менән Сынтимер Багаевтар ҙа бер ҡасан да һайлауға бармай ҡалмаған. Тәнзилә апай 37 йыл райпо магазинында һатыусы, Сынтимер ағай 40 йыл дауамында “Большевик” һәм “Новая жизнь” колхоздарында тәжрибәле, ышаныслы водитель булып эшләгән. Был инәй-бабайҙар - һуғыш балалары, улар өсөн иң мөһиме- ер йөҙөндә тыныслыҡ булыуы. “Бөгөн беҙ ғәҙел, намыҫлы, һайлаусыларының мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ закондар сығарыуҙы тәҡдим итерлек кандидат өсөн тауыш бирергә килдек. Донъя көндән-көн үҙгәреп тора, балаларыбыҙ өсөн борсолабыҙ, тыныс, үҫешкән, тотороҡло республикала йәшәгебеҙ килә”,- тип яуап бирҙе улар һайлауҙарҙың улар өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы хаҡындағы һорауыбыҙға.
-Ауылда юл эшләнеүен, асфальт түшәлеүен, мәҙәниәт йортоноң эшләүен, бөтә республика буйынса ауыл хужалығының тергеҙелеүен, бөтә ерҙә лә тәртип булдырылыуын, йәштәрҙең эш эҙләп ауылдарҙан ҡалаға китмәүен теләйбеҙ,- тигән наказ бирҙе буласаҡ депутатҡа әсәле-уллы Валентина менән Алексей Полетаевтар, Татьяна менән Михаил Касмылиндар Михайловка ауылының 3167-се һайлау участкаһында.
Артем Касмылин өсөн берҙәм тауыш биреү көнө айырмалы булды, сөнки ул тәү тапҡыр тауыш бирергә килде. Ул Стәрлетамаҡ һөнәри техник колледжы студенты. Артем һайлауға ата-әсәһе һәм 4 йәшлек ҡустыһы менән килгәйне. Участка һайлау комиссияһы рәйесе уға ҡотлау хатын тапшырҙы, уҡыуында уңыштар, бәхетле киләсәк теләне.
Батыр ауылында халыҡ һайлауҙарға байрамға килгән һымаҡ, күтәренке кәйефтә, ғаиләләре, балалары менән килде. Иң беренселәр араһында Михайловка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Венер Аҡсурин да бар ине. Ул комиссия ағзаларын, күҙәтеүселәрҙе һәм һайлаусыларҙы ҡотланы, уңышлы эш теләне. Бында һайлаусыларҙы “Йәшлек” бейеү коллективы концерт менән ҡаршыланы. Мәктәптә “Күңелле старттар” спорт уйындары үтте, унда уҡыусыларҙан тыш, бер нисә ата-әсә лә ҡатнашты.
Бала Сытырман ауылы күп функциялы клубы территорияһындағы байрамаса мөхит һайлаусыларҙың әүҙемлеген күтәрҙе. 9 сентябрь бында Асыҡ ишектәр көнө тип иғлан ителгәйне. Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта “Шатлыҡ” (етәкселәре А. Кривоконь) художество түңәрәгендә ҡатнашыусыларҙың эштәре күргәҙмәгә ҡуйылғайны, аҙыҡ-түлек продукцияһы йәрминкәһе йәйелдерелгәйне. Мәҫәлән,Ф. Дәүләтбирҙина шифалы үләндәр, кәзә һөтөнән ҡымыҙ, һөт һәм башҡа әйберҙәр һатты. Бында Йәлиловтарҙан слива, ҡаҙ, бройлер, консерваланған изделиелар, ШЭ Ниғмәтуллинаның “Аҡ тирмә” тәғәмханаһы продукцияһын һатып алып булды, “Алтын асҡыс” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең әсәйҙәре бешергән ҡамыр ризыҡтарын бигерәк тә балалар теләп алды. Бынан тыш, баласытырмандар өсөн “Ғаилә йәкшәмбеһе” конкурс-күңел асыу программаһы ойошторолдо, унда тамашасылар төрлө уйындарҙа ҡатнашты һәм приздарға эйә булды, “Умырзая” бейеү коллективының, солистар Екатерина Родионованың, Арина Мазлованың һәм башҡа үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Тауыш биргәндән һуң һайлауға килеүселәр участка терапевты Рәйес Зәйнәғәбдиновҡа ҡабул итеүгә инде. Күпселектә табипҡа өлкән йәштәгеләр мөрәжәғәт итте. Рәйес Минеғәли улы уларҙы тыңланы, ҡараны һәм дауаланыу билдәләне. Шулай, һайлауҙар көнө Бала Сытырман халҡы өсөн сараларға бай булды. Улар гражданлыҡ бурысын үтәне, ял итте, нимәлер һатып алды, табипта булды.
Был көндә Динестә һайлауға килгән граждандарҙы Федоровка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәбибуллин Руслан Вәсил улы ҡабул итте.
9 сентябрҙә райондың ҡайһы бер һайлау участкаларында Матбуғат көнө үткәрелде, сауҙа хеҙмәтләндереүе, сәй өҫтәле һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Кешеләр бик теләп уларҙа ҡатнашты, аралашты, фекерҙәре менән бүлеште. Күпселек һайлаусыларҙың өмөттәре бер ине- барыһы ла киләсәктә һайланған депутаттың ауылда эшләүсе, йәшәүсе кешеләрҙең мәнәфәғәттәрен яҡлауын, халыҡ именлеге өсөн тырышып эшләйәсәк иң намыҫлы кандидаттың еңеүен теләне.