Быйыл Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа “Рәсәй Федерацияһының айырым закондар актына үҙгәрештәр индереү тураһында” Закон ҡабул итте. Уға ярашлы, хәҙер һайлауҙа, референдумда бер нисә көн рәттән тауыш биреүҙе үткәрергә мөмкин, тик ул өс көндән артмаҫҡа тейеш. Тауыш биреү ваҡыты тураһында ҡарарҙы һайлау йәки референдумды ойошторған һайлау комиссияһы ҡабул итә. Тауыш биреүҙе бер нисә көн рәттән уҙғарыу Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреү сараһында ғәмәлдә һынап ҡаралды ла инде.
Ошо законды ҡабул итер алдынан Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова Рәсәй Президенты менән осрашты. Эшлекле һөйләшеү барышында ул ил етәксеһенә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреү сараһынан һуң социологик хеҙмәттәр тикшереү үткәреүе, кешеләрҙән һорау алыуҙар ойошторолоуы хаҡында белдерҙе.
“Баҡтиһәң, беҙ тәҡдим иткән тәртип халыҡҡа бик оҡшаған. Әле дөйөм торош бер аҙ яҡшырһа ла, төбәктәрҙә эпидемиологик хәл төрлөсә тора, шуға ла беҙ уны иҫәпкә алып фекерләйбеҙ. Әлбиттә, уны ете көн буйы түгел, был тормошҡа ашырырлыҡ та түгел, әммә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн ике-өс көн дауамында үткәреү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк”, – тигәйне шул саҡта рәйес. Уның тәҡдиме ғәмәлгә ашты – ошо хаҡта закон хупланды.
Элла Памфилова яңыраҡ уҙған Бөтә Рәсәй “Фекерҙәр биләмәһе” йәштәр белем биреү форумында “Сәйәсәт һәм селтәр лидерҙары” сменаһында ҡатнашыусылар менән осрашҡанда, яңы технологиялар, һайлау процесына һанлы технологияларҙы индереүгә бәйле хәүеф һәм саҡырыуҙар тураһында ла һөйләне. Шулай уҡ Үҙәк һайлау комиссияһының яңы технологияларҙы – протоколдарҙы QR-кодлау, “Мобиль һайлаусы” механизмын, һайлаусыға ҡулланырлыҡ һәм аңлайышлы һанлы сервисты, ситтән тороп тауыш биреүҙе өҙлөкһөҙ индереүҙе дауам итеү хаҡында ла һөйләне. Ошо осрашыуҙа ул 13 сентябрҙә дистанцияла тауыш биреүҙең тағы ла Курск һәм Ярославль өлкәләрендә дауам итәсәген белдерҙе.
“Бер яҡтан, дистанцияла электрон тауыш биреүгә һорау булһа, айырыуса йәштәрҙә, икенсе яҡтан, быны һанға һуҡмай ҡараған сәйәсмәндәр һәм эксперттар бар. Улар асыҡлыҡты һәм тауыш биреүҙең йәмәғәтселек күҙәтеүе нигеҙендә барыуын тәьмин итергә кәрәклеген аңламай. Был һорауҙар әлегә асыҡ килеш ҡала, әммә беҙгә яңы технологияларҙы индереп, барлыҡ аңлашылмаусылыҡтарҙы хәл итеүгә төбәлгән бөтә ҡыҙыҡһынған партиялар, йәмәғәт ойошмалары, эксперттар менән тулы аралашыу алып барыу мөһим”, – тип белдерҙе Элла Памфилова.
Беҙҙе һайлау системаһында тағы ла бер технологик яңылыҡ көтә – һайлаусыларҙың ҡултамғаһын йыйыуҙың электрон формаһы. Уны закон сығарыусылар хуплаған.
“Мин традицион тауыш биреү ғәмәлдән сығарылыр тип уйламайым, сөнки ул аралашыуға бәйле дөйөм процесты күҙ уңында тота – кешене ышандыра белеү, уларҙың проблемаларын тойоу һәм аңлау. Иң камил технологиялар ҙа сәйәси процестағы кешене алып ташлай алмай. Киреһенсә, аҡыллы һәм киләсәкле сәйәсмәндәргә үҙҙәренең ҡеүәтен тулы кимәлдә тормошҡа ашырыуҙа көслө ярҙамсы ул”, – тине Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.
Мәғлүм булыуынса, республикала ла һайлау системаһы йылдан-йыл камиллаша, яңы технологиялар индерелә. Мәҫәлән, инде бер нисә йыл рәттән төбәктә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) уңышлы файҙаланыла. Быйыл Башҡортостанда 13 сентябрҙә уҙасаҡ Берҙәм тауыш биреү көнөндә КОИБ-тар ҡулланыласаҡ. Республиканың ҡайһы бер территориаль һайлау комиссиялары Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына урындағы һайлауҙа тауыш биргәндә КОИБ-тарҙы ҡулланырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткән. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, был мөрәжәғәттәрҙе ҡарағандан һуң, Берҙәм тауыш биреү көнөндә ете ҡала округындағы һәм 26 муниципаль райондағы һайлау участкаларында 125 КОИБ эшләйәсәге тураһында ҡарар ҡабул итте.
Фото:
politika.sevastopol.su