РФ Президенты сентябрҙә төбәк һайлауҙарында һайланған чиновниктар һәм закондар сығарыу органдары вәкилдәре үҙ һайлаусыларының ышанысын аҡлар, тип өмөт итә.
Владимир Владимирович Ҙур Кремль һарайында сенатор менән осрашты. Был пандемиянан һуңғы тәүге ҙур сара. Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко илдә үткән һайлау кампанияһы хаҡында әйтеп үтте.
- Властың төбәк, урындағы органдарын булдырыу буйынса уртаҡ эшебеҙҙә ҡатнашҡан халыҡҡа рәхмәт белждерәм. Һайланған коллегаларыбыҙ халыҡтың өмөтөн аҡлар, тип ышанам, - тине Путин.
13 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, илебеҙҙең 83 субъектында (Ҡабарҙы-Балҡар республикаһынан һәм Санкт-Петербургтан тыш) туғыҙ меңдән ашыу һайлау кампанияһы үтте. 11 һәм 12 сентябрҙә алдан тауыш биреү булды.