+22 °С
Облачно

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бындай ҡарар хәүефһелек менән бәйле. 

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙыРадий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы

«Беренсенән, уларҙың эше былай ҙа күп, — тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров. — Икенсенән, ундағы хәл бик ҡатмарлы. Унда бөгөн хәрби хәбәрселәр ҙә, муниципаль, республика, федераль власть вәкилдәре лә дошман өсөн маҡсат булып тора».

Дошман мәкерле һәм хәүефле, үҙегеҙҙе һәм бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, тип билдәләне республика етәксеһе. Ул баҫмалар һәм редакциялар етәкселәренән хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлегенә яуаплы ҡарауҙарын һораны.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-06-16/radiy-h-birov-munitsipalitet-bashly-taryna-mho-bil-m-en-baryu-y-tyy-y-4656991

 

Автор:Алсу Тятигачева
Читайте нас