

Мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән льготалы категориялар исемлегенә МХо-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары инде. Уларҙан тыш, хәрби хеҙмәттән бушатылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың туғандары, инвалидтар, пенсия алды йәшендәге граждандар, ҡасаҡтар, күп балалы ата-әсәләр һәм башҡалар эшкә урынлашҡанда өҫтөнлөклө хоҡуҡ алды.
Яңы механизм халыҡтың аҙ яҡланған категориялары өсөн эшкә урынлашыу мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Эш биреүселәр тәү сиратта социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға тәҡдим ителәсәк эш төрҙәрен һәм вакансиялар һанын билдәләп, мәшғүллек үҙәктәре менән резервҡа алыу тураһында килешеү төҙөй ала.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы