

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Республиканың 27 районында һәм ҡалаһында махсус муниципаль үҙәктәр эшләй. Тағы ла ошондай 36 үҙәк асыу планлаштырыла.
«Беҙҙең алғы һыҙыҡтағы егеттәр ғаиләләренең бер нәмәгә лә мохтаж түгел икәнен белергә тейеш. МХО-ла яҡындарын юғалтҡандарҙы үҙ ҡайғылары менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Ә өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙәргә тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итербеҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фронттан ҡайтҡан МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙа, һөнәри йүнәлеш биреүҙә һәм ҡайтанан уҡытыуҙа ярҙам итеү буйынса эш дауам итә. Радий Хәбиров ветерандарҙы тыныс тормошҡа интеграциялауҙың мөһимлеген билдәләне.
«Беҙҙең яугирҙәр араһында аҡыллы кешеләр бик күп. Уларҙы дәүләт власы структураһына яйлап индерергә, кадрҙар резервы итеп ҡарарға кәрәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында лонгрид әҙерләне.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.