+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль 2018, 12:54

Ансамбль икенсе йәшлеген

Тормошобоҙ нимәләрҙән тора? Эш, проблемаларҙы хәл итеү, балалар, йорт хужалығы. Ошо мәшәҡәттәр араһында яратҡан шөғөлдәребеҙҙе онотоп та ебәрәбеҙ, буғай. Ә бына “У прясла” вокаль ансамбле ағзаларына былар хас түгел. Аҙна һайын ҡатындар Бала Сытырман ауыл мәҙәниәт йортона репетицияға йыйыла. Йырсылар Масленица байрамына әҙерләнә.

Был коллектив хор рәүешендә 1968 йылда ойошторолған. Уға Юрий Илларионович Малых етәкселек иткән. Шунан һуң уны Владимир Дмитриевич Декало алмаштырған. Тәүге составта Р.Г. Петрова, В.А. Немытова, Н.Н. Голубкова, Р.А. Бочарова, А.А. Демочкина, Е.П. Запасная, В.А. Евтюхина булған. Ансамбль районда ла, республикала ла сығыш яһаған. 70-се йылдарҙа Өфөлә телевидениела сығыш яһауы коллективтың ижади тормошоноң иң сағыу мәлдәренең береһе булғандыр.

Ансамблде ойоштороусыларҙың береһе Роза Алексеевна Бочарова булған. Уның улы Алексей Иванович бөтә ғүмерен мәҙәниәткә биргән, хаҡлы ялға сыҡҡансы киномеханик булған. Был ҡатын әле лә күпселек сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Коллективта ул иң өлкәне лә. 2 февралдә уға 85 йәш тулды. Уны ҡотлайбыҙ һәм оптимизмы, артистизмы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Әйткәндәй, коллективта күптәр үҙҙәренең юбилейын билдәләй. Беҙ уларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүгә өмөт бағлауыбыҙҙы белдерәбеҙ.

“У прясла” вокаль ансамбленең Бочаровтарҙың шәжәрә байрамынан һуң үҙ ижади эшмәкәрлеген тергеҙеүе тураһында әйтеп үткем килә. Был 2012 йылда булды. Быйыл беҙ уның илле йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ансамблдең әлеге составында һәләтле ҡатындар – Валентина Иванова, Галина Косенко, Нина Голубкова, Антонина Евтюхина, Анна Демочкина, Любовь Наумова, Роза Бочарова, Екатерина Родионова.

Родионова Екатерина Бала Сытырман мәҙәниәт йортонда 1980-се йылдарҙа художество етәксеһе булып эшләгән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәре менән яҡындан таныш. Был – даими репетициялар, сығыштар, концерттар, конкурстар, смотрҙар. Ул “Мин яратам һине, тормош!” конкурсында яҡшы итеп сығыш яһаны һәм Диплом менән бүләкләнде.

“У прясла” коллективы менән һөйләшеп ултырғанда уларҙан сәхнә нимәһе менән ылыҡтырыуын һораным.

-Беҙгә, пенсионерҙарға, эшкә йөрөйһө түгел, ә клуб осрашып, йәшлегебеҙҙе иҫкә алыр, йырҙар йырлар урыныбыҙ булып китте, -тине Валентина Иванова. Ә Екатерина Родионова дауам итте:

-Сәхнәлә сығыш яһауҙарыбыҙ – йәшлегебеҙгә ҡайтыуыбыҙ бит ул!

Мәҙәни ойоштороусы Д.И. Маукаева етәкселегендә яҡты, йылы, матур мәҙәниәт усағында занятиелар көн аралаш тиерлек үткәрелә. Ҡатындар баянға ҡушылып йырларға өйрәнә. Яңы Яуыштан Илшат Ғүмәров улар өсөн өҙҙөрөп баянда уйнай, йырлата.

Сараларҙың береһендә Бала Сытырман ауыл күп функциялы клубы коллективы “У прясла” вокаль ансамбле менән бергә быйыл апрелдә Рус фольклоры байрамын үткәрергә булғайны. Был сарала күрше ауылдар ҙа ҡатнашыр, тип өмөтләнәбеҙ. Был 2020 йылда буласаҡ Бөтә Донъя фольклориадаһына үҙенсәлекле бер әҙерлек буласаҡ.


А. КРИВОКОНЬ,

Бала Сытырман ауыл күп функциялы

клубы мөдире.

Фото архивтан алынды.
Читайте нас: