+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Февраль 2018, 16:28

Көр күңел, йәшлек һәм пластика

Кирюшкиндар тырышып эшләргә, рәхәтләнеп ял итергә һәм күңел асырға әүәҫ халыҡ та инде! Иртә яҙҙан көҙгә тиклем ауыл мәшәҡәттәре менән булышһалар, ҡышын ултырмалар, башҡа ҡыҙыҡлы саралар өсөн ваҡыт табалар. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең сәләмәтлеге тураһында ла онотмайҙар.

Ҡатындарҙың күпселеге бер нисә йыл инде скандинав йөрөүе менән мауыға.

Шулай уҡ Марс Сәлих улы Хәйбуллин күп функциялы ауыл клубында үткәргән дәрестәргә лә кинәнеп йөрөйҙәр. Шишәмбе һәм йома көндәрендә төрлө йәштәге ҡатындар кистәрен фитнесҡа йыйыла (мәҙәниәт учреждениеһындағы сәләмәтлек төркөмөн улар шулай атай). Тәүҙә һәр ҡайһыһы үлсәүгә баҫа һәм артыҡ ауырлыҡ юҡмы-бармы икәнлеген тикшерә. Шунан инструкторҙың күҙәтеүе аҫтында моңло көйгә разминка эшләй. Артабан көсөргәнеште арттыра. Тәжрибәле балетмейстер, Ғәскәров мәктәбе уҡыусыһы әйтеүенсә, етди күнекмәләргә тотоноу файҙа урынына травмаға килтерергә мөмкин. Марс Сәлиховтың кәңәштәренә барыһы ла ҡолаҡ һала, иң йәш фитнес уҡыусыһына-35, иң өлкәненә тиҙҙән 80 (!) йәш тула. Һуңғы ваҡытта клубҡа шәфҡәт туташы Галина Васильевна Русакованы саҡыра башлағандар.

-Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың йәше арыу, хәстәрләү һәм страховкалау артыҡ булмаҫ,- ти инструктор.

Ҡатындар дәрестәрҙе ҡалдырырға тырышмай. Улар аралашып ҡына ҡалмай, фигураларын һәм физик формаларын ҡайғырта, яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар ала.

-Фитнестан һуң осҡобоҙ килә, шундай көс-дәрт тоябыҙ. Бер ҙә арымайбыҙ. Өйгә көс йыйып, йәшәреп ҡайтабыҙ. Кис булһа ла, өйҙә нимәлер эшләгебеҙ килә,- тиҙәр бер тауыштан сәләмәт тормош рәүеше алып барыусы ҡатындар.


Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: