+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Февраль 2018, 16:13

Программа булышлыҡ итә

Ауылдар ҡартая, әммә кеше күңеле шул килеш ҡала. Һәр кемдең тормош юлын ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм әүҙем үткеһе килә. Аралашыу булһа, тормош та ҡыҙыҡлыраҡ була. Ауылда ғүмер-ғүмергә мәҙәниәт йорто кешеләрҙең әүҙем аралашыу урыны булып торған.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы арҡаһында 2017 йылда Ҡоро Иҙәк ауыл мәҙәниәт йорто капиталь ремонтланды. 2018 йылдың 3 февралендә яңыртылған, ремонтланған клуб үҙ ишектәрен асты. Зал ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы менән шығырым тулы ине. Ауыл оҫталарының ҡыҙыҡлы күргәҙмәләре ойошторолдо.

Покровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ғ.С. Йосопова проектҡа аҡсалата ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл халҡына ҙур рәхмәт белдерҙе. Ауыл биләмәһе хакимиәте был проектта әүҙем ҡатнашыусыларға һәм бағыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

-Районда был проект башланыу менән беҙ әүҙем ҡатнаштыҡ һәм дүрт ауыл биләмәһе араһында беренселәрҙән булып конкурсты 2016 йылда уҡ оттоҡ. Шуның һөҙөмтәһендә Иҫке Николаевка ауылы зыяратының ҡоймаһын алмаштырҙыҡ. 2017 йылда халыҡ Ҡоро Иҙәк ауыл мәҙәниәт йортон ремонтларға тигән инициатива менән сыҡты. Сөнки үткән быуаттың уртаһында төҙөлгән клуб һуңғы 20 йыл эсендә бер мәртәбә лә капиталь ремонтланманы. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мәсет төҙөгәндә бағыусылар ярҙамында 2015 йылда түбәһен яңыртҡайныҡ,- тине Ғәлиә Сабир ҡыҙы.

Сығышын дауам итеп ул ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән проектта әүҙем ҡатнашыусылар- Роберт Әнүәр улы, Радик Мөхтәр улы, Рөстәм Минеәхмәт улы Йосоповтарға, Йәғфәр Яҡуп улы Рәимовҡа рәхмәт белдерҙе.

-Һеҙҙең проектта ҡатнашыуығыҙ юғары илһөйәрлек, кесе тыуған илегеҙгә мөхәббәт һәм ихтирам өлгөһө булып тора. Шәфҡәтлегегеҙ, ауылдаштарығыҙға булған ихтирамығыҙ маҡтауға лайыҡ. Уңыштарығыҙға ҡыуанабыҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ,- тип һүҙен тамамланы Ғ.С. Йосопова.

Клуб яңыртылыу ваҡиғаһы менән район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Б.Н. Сиразетдинов ауыл халҡын йылы ҡотланы.

Ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары әҙерләгән концерт программаһы йөкмәткеле һәм матур булды. Г.Г. Ниғмәтуллина, М.Г. Йосопова, Л.Г. Рәхмәтуллина, Ә.Ф. Ниғмәтуллина, А.Ф. Антонов моңло йырҙары һәм Әбйәлилова Динә дәртле татар бейеүе менән залда ултырыусыларҙың кәйефен күтәрҙе. Балаларҙың байрамға әҙерләгән йыр-бейеүҙәре, уйындары концертты биҙәне. “Әхирәттәр” йыр коллективының сығышында халыҡ ижадының тормошо, үҙенсәлеге сағылды.

Байрам аҙағында ҡунаҡсыл хужалар ҡунаҡтар һәм унда ҡатнашыусылар өсөн сәй өҫтәле әҙерләне.

Ауылда мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү яңы әһәмиәткә эйә булды: хәҙер рәхәтләнеп ял итеү, байрамдар әҙерләү өсөн урын бар. Ауыл халҡына сараларҙа әүҙем ҡатнашып, таланттарын асаһы ғына ҡала.


Н. ЙОСОПОВА,

Покровка ауыл китапханаһы китапханасыһы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: