Ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Азат Вахит улы Әминев үҙенең докладында үткән йылдың ауыр булыуын билдәләне. Азаттар продукция етештереүҙе арттырған, тик уны һатыуҙан рентабеллелек 15,5 процентҡа кәмегән. Оҙаҡ барған ямғырҙар арҡаһында яҙғы сәсеүҙе ваҡытында башҡара алмағандар. Һөҙөмтәлә иген өлгөрөп етмәгән һәм был уңышты юғалтыуға килтергән. Ярай әле ужым культуралары яҡшы үҫкән. Уларҙың уңышы быға тиклемге йылдағынан һигеҙ мең центнерға күберәк булған.
Был ҡаҙаныш хужалыҡ механизаторҙарының, водителдәренең, хеҙмәтләндереүсе персоналының берҙәм эше арҡаһында ирешелгән. Яҙғы баҫыу эштәрендә механизаторҙар Илдус Әлибаев, Тәлғәт Дашкин, водителдәр Олег Асабин, Иван Талаев, Ринат Дашкин, техник культураларҙы эшкәртеүсе баҫыу агрегаттарында эшләүсе механизаторҙар Илдус Һөйәрғолов, Геннадий Антошкин, тупраҡ эшкәртеүҙә эшләгән Степан Силяев һәм башҡалар тырышлыҡ күрһәткән.
Токарь Ғәфүр Тимербулатов менән Леонид Антошкин да фиҙаҡәр хеҙмәте менән айырылып торған, ашнаҡсылар тәмле аштар бешергән.
Малсылыҡта һөтсөлөктө үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Бында таналар үҫтереп, көтөүгә ҡушалар. Ике йыл эсендә 500 ферма программаһы буйынса өс һыйыр аҙбары модернизацияланған. Сенаж һәм силос соҡорҙарын, уларға барыу юлдарын ремонтлау планлаштырыла. Үрге Яуыш фермаһы биләмәһендә ҡатнаш мал аҙығын һаҡлау өсөн келәт төҙөргә лә уйлайҙар.
Азат Вахит улының докладын хужалыҡтың ойоштороусыһы Джони Бухуа тулыландырҙы. Ул киләсәктә фермаларҙа бөтә нимә лә механикалаштырыласағын белдерҙе һәм комбайндарҙы ремонтлау һәм ауыл хужалығы инвентарҙарын һатып алыу буйынса пландары менән уртаҡлашты.
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Нурфәиз Насретдинов кәңәшмәгә йомғаҡ яһаны. Райондың ауыл хужалығы күрһәткестәрен сағыштырып, ул азаттарҙың рентабеллелекте күтәреү өсөн мөмкинлектәре булыуын билдәләне. Эш урындары һәм белгестәргә яҡшы эш шарттары булдырыу өсөн бер нисә кәңәш бирҙе.
Үрге Яуыш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Владик Расфар улы Дашкин хужалыҡ етәкселегенә хеҙмәттәшлек иткәндәре, ауылды төҙөкләндереүҙәге ярҙамы, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.