+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2018, 11:16

Хикмәте - соҡорҙа икән

Фёдоровка ауылында йәшәүсе Татьяна Петровна Копсяева редакциябыҙға мөрәжәғәт итте. Эш шунда- ул йәшәгән Социалистик урамы 41-се йорт эргәһендә канализация һыуҙарынан ысын һырғалаҡ барлыҡҡа килгән. Ихата эсендә конькиҙа ғына йөрөргә мөмкин.

Ғаилә уларҙан өҫтәрәк урынлашҡан Коммунистик урамы, 57-се күп ҡатлы йорттан Социалистик урамына ағып төшкән канализация соҡороноң бысраҡ һыуҙарынан яфа сигә. Соҡор тулып ташҡас, өй алды территорияһы ҡыш һайын боҙ менән ҡаплана, ә йәйен был урында һаҫыҡ күләүек барлыҡҡа килә. Артыҡ дымлылыҡтан баҡсала ағас та, сәскәләр ҙә, йәшелсә-емеш тә үҫмәй. Был ғүмер буйы дауам итә.

Копсяевтар бынан ҡотолоу өсөн юл буйына канау ҙа ҡаҙған, хакимиәткә лә мөрәжәғәт иткән, “Жилсервис” йәмғиәтенә лә шылтыратҡан. Әммә барыһы ла бушҡа.

Был көнүҙәк проблема менән беҙ “Жилсервис” йәмғиәте директоры Альбина Насироваға мөрәжәғәт иттек. Бына уның яуабы:

-Канализациялағы бысраҡтарҙы тейешенсә, график буйынса һурҙырабыҙ. Аҙнаһына һигеҙәр машина сығарып түгәбеҙ. Бөтә сәбәп- соҡорҙа. Ул күптән төҙөлгән һәм капиталь ремонт талап итә. Өҫтәмә ағым юлы төҙөү- альтернатива булып тора. Фёдоровкала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай проблемалы күп фатирлы йорттар тағы бар. Мәҫәлән, Социалистик урамы, 57-се адрес буйынса объект тейешле кимәлдән өҫтәрәк урынлашҡан, шуға күрә уда ла бысраҡ һыу ағып сыға. Был проблеманы фатир хужалары протоколға өҫтәмә ремонт йәиһә төҙөлөшкә аҡса йыйыу тәҡдимен индереп, дөйөм йыйылышта хәл итә ала.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: