+17 °С
Ясно
Общие статьи
1 Марта 2018, 08:24

Техник тикшереү алдынан кәңәшмә уҙҙы

Йыл да үткәрелә торған тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө машиналарҙы, юл-төҙөлөш техникаһын һәм уларҙың тағылмаларын техник тикшереү алдынан Федоровка районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы, үҙйөрөшлө машина хужаларын да саҡырып, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, етәкселәр, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Сара 21 февралдә Динес ауылында уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Унда район ауыл биләмәләре араһында физик шәхестәрҙең техникаһын тикшереү күрһәткестәренә анализ яһалды, шулай уҡ республика күрһәткестәре менән сағыштырылды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар техник тикшереү маҡсаттары һәм бурыстары, сараны ойош-тороу, машиналарҙы тәҡдим итеү тәртибе менән танышты. Шәхси хужаларҙың үҙйөрөшлө машиналарын һәм уларға тағылмаларын теркәү мәсьәләләре, уларҙы хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләре һәм талаптары ҡаралды.
Читайте нас