+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2018, 11:19

Һаҡлаусыбыҙ, яҡлаусыбыҙ, беҙгә бәхет асҡысы биреүсе әсәйебеҙ

Уның ҡулдары алтын, күҙ ҡарашы- наҙлы, ҡайһы берҙә талапсан да, йөрәге- хәстәрлекле, күңеле - изгелекле, ҡоймаҡ- бәлештәре- иң тәмлеһе, бөгөн иһә - сағыу байрамы ла. Әсәйебеҙ Әлфиә Хәсәнова 55 йыл элек Әтәс ауылында Фәүзиә менән Зинур Ибраһимовтарҙың эшһөйәр ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән

Һигеҙенсе синыфҡа тиклем тыуған ауылында, шунан күрше Ҡораласыҡ ауылында белем алып, урта мәктәпте уңышлы тамамлаған. Салауат медицина училищеһында уҡып, 1982 йылда Фёдоровкаға ҡайтҡан һәм район дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлашҡан.

Ике йылдан атай-әсәйебеҙ Әлфиә Зинур ҡыҙы менән Фәйзерахман Зиннәт улы Хәсәновтар татыу ғаилә ҡорған. Тәүҙә йәштәр атайыбыҙҙың ата-әсәһе менән Балыҡлы ауылында йәшәгән, шунан Гончаровкаға күсенгән. Атайыбыҙ райондың “Агропромхимия”һында, Федоровка Эске эштәр бүлегендә, район судында эшләне. Ул һәйбәт ғаилә башлығы, ярҙамсыл, иғтибарлы, изгелекле, кәрәгендә етди, тәүәккәл кеше ине. Ине, тибеҙ, сөнки тиҙҙән уның вафатына биш йыл тула. Әммә ул һәр ваҡыт беҙҙең менән кеүек төҫлө, уны бер ҡасан да онотмайбыҙ, яратабыҙ, һағынабыҙ.

Әсәйебеҙ - көслө рухлы ҡатын, шул уҡ район дауаханаһында 37-се йыл инде эшләй. Тәүҙә йоғошло ауырыуҙар бүлегендә, шунан- балалар, терапия бүлектәрендә, әле - фтизиатр кабинетында. Шәфҡәт туташының эшендә ваҡ-төйәктәр юҡ. Ул кешеләргә ҡарата ихтирамлы, түҙемле, ауырыуға иғтибарлы булырға тейеш, өҫтәүенә, унан дисциплиналы булыу, изгелеклек һәм яуаплылыҡ һәм һөнәрмәнлек талап ителә. Әсәйебеҙгә ошо сифаттар хас. Ул бик нескә күңелле кеше- һәр саҡ аңлай, башҡаларҙың хәленә инә, ярҙам итә, кәңәш бирә, кәйефте күтәрә белә. Беҙ уны бик яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Атайыбыҙ менән беҙҙе тәрбиәләп үҫтерҙеләр, белем алырға булыштылар, оло юлға сығарҙылар - беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ! Һине ысын йөрәктән юбилейың менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы иҫәнлек, күңел тыныслығы, көс-дәрт, балаларыңдың, ейәндәреңдең хәстәренә төрөнөп, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Гел шундай оптимист, һөйкөмлө, изгелекле, иң яҡшы кеше булып ҡал. Өйөң һәр саҡ йылы, күңелең шатлыҡ-һөйөүгә тулы, кәйефең күтәренке булһын!

Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,

Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.

Ер йөҙөндә булған изгелектәр

Һыйған һинең күңел түреңә.

Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә

Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.

Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек

Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.

Ғүмерең оҙон, тормошоң шат булһын,

Зөһрә йондоҙ янһын юлыңда,

Килер көндәрең таң нурылай яҡты,

Салауат күпереләй нурлы,

Күңелең керһеҙ, йөрәгең эскерһеҙ,

Барыр юлың киң,

Һөйөнөстәрең күп булһын.
Читайте нас: