+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2018, 11:17

Эшендә теүәллекте ярата

Районыбыҙҙа күп фатирлы йорттарҙы “Жилсервис” йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Был коллективта яуаплы, үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Йыл да кадрҙар составы үҙгәреп торһа ла, эшмәкәрлектең талаптары һәм принциптары шул килеш ҡала. Был йорт хужалары алдында үҙ бурыстарын ғәҙел һәм намыҫлы башҡаралар, тигәнде аңлата.

Предприятие эше уңышы күпселектә иҡтисадсының компетенцияһына бәйле. Ынйыҡай Әмирхан ҡыҙы Ибраһимова- үҙ эшенең оҫтаһы. Был ойошмала ул 2007 йылдан бирле эшләй. Уның вәкәләттәрен һанап бөткөһөҙ, өҫтәүенә, 2013 йылдан ул баш бухгалтер эшен дә алып бара. Ҡағыҙ эшендә бөтә нескәлектәрҙе лә иҫәпкә ала.

-Беҙҙең эштә хаталар булырға тейеш түгел. Һандар һәм иҫәп-хисаптар иғтибарлылыҡ, белемлелек талап итә. Төрлө холоҡло, темпераментлы кешеләр менән аралашҡанда түҙемле булырға, уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Мәҫәлән, Бала Сытырманда, Гончаровкала бурыслылар байтаҡ. Күпселектә фатир хужалары- бәлиғ булмаған балалар. Йәғни, был фатирҙарҙы хеҙмәтләндергән өсөн бер кем дә түләмәй. Бурыстары 100 мең һумдан артып киткәндәр ҙә бар! Буш торған фатирҙар ҙа бар. Был йорттарҙа йәшәгән, түләүҙәрен даими түләп килгән фатир хужаларына бурыслылар арҡаһында өй түбәһен ремонтлау йәиһә башҡа төр эштәр башҡара алмауыбыҙҙы аңлатыуы ауыр. Дөйөм алғанда, вазифам әллә ни ауыр түгел, был эштә мин үҙемде һыуҙағы балыҡ һымаҡ тоям,- ти иҡтисадсы.

Ынйыҡай Әмирхан ҡыҙы хеҙмәтләндереүсе компания клиенттарына битараф түгел, ул һәр кемдең уңайлылыҡта йәшәүен теләй. Тик ай һайын аңлы рәүештә хеҙмәттәр өсөн түләмәгән кешеләргә уның асыуы ҡабара.

-Коллективыбыҙ татыу, берҙәм, бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ. Пенсияла булһам да, үҙемде кәрәкле тип тоям,- тип ғорурланып әйтә ул.

Һөнәри байрамдарында был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә сәләмәтлек, аяҙ күк йөҙө, бәхет, сәскә атыуҙарын, ойошманың клиенттарына квитанцияларын ваҡытында түләүен теләйем.


Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.


Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: