+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2018, 11:21

Игелек ҡыл, донъя изгелеклерәк булыр

Ниндәйҙер изге эш эшләһәң, күңелдә еңел һәм шатлыҡлы булып китә, йөрәк тыныслана. Берәй әбейгә юл аша сығырға ярҙам итергә, күршегә ауыр сумкаһын алып барышырға, дуҫыңа файҙалы кәңәш бирергә йәиһә үтеп барғандарға йылмайыу бүләк итергә- ошолор инде ул изгелек.

Фёдоровка 2-се мәктәбенең ихатаһы аша микрорайонға халыҡ күп йөрөй, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ғына түгел. Халыҡ эшкә йәиһә эштән ашыға, кемгәлер дауаханаға йәиһә район үҙәгенә барырға кәрәк. Ҡышын ҡапҡа алдын ҡар баҫа. Боҙлауыҡ булғанда унда ысын һырғалаҡ барлыҡҡа килә. Был юлдан үтеүе хәүефлегә әйләнә.

Йыл да йәйәүлеләргә уңайлы булһын өсөн, мәғариф ойошмаһы был юлды ҡарап тора. Бурандарҙан һуң Фаил Абдрахман улы Исмәғилев менән Ирек Зөфәр улы Абдуллин юлды ҡарҙан таҙарта, уңайлы баҫҡыстар эшләй, ҡом һибә. Ошо түгелме ни изгелек һәм иғтибарлылыҡ? Бер ҡарауға бәләкәй генә, күҙгә күренмәҫлек ҡылыҡ. Шул уҡ ваҡытта әһәмиәтле, изгелекле эш, йәйәүлеләргә хәстәрлекле ҡараш. Һәр кем эстән генә уларға рәхмәт уҡыйҙыр, моғайын.

Изгелек ҡылыу, кеше хәленә инә белеү өсөн сәбәп кәрәкмәй. Көн дә ниндәйҙер изгелек эшләгеҙ, донъя матурыраҡ булып китәсәк.

15 март- Изге эштәр көнө. Ул 2007 йылда Израилдә башланып киткән. Был ваҡиғала беренсе мәртәбә 7000 кеше ҡатнашҡан. Улар һәр кем көн һайын ниндәйҙер изгелек ҡыла ала тигән идеяны бойомға ашырырға булған. Уға тирә-йүндәгеләргә бәләкәй генә ярҙам йәиһә балаларға, өлкәндәргә һәм мохтаж булғандарға ярҙам итеүсе ҙур социаль проекттар инергә мөмкин. Был традиция башҡа илдәрҙең кешеләрен дә битараф ҡалдырмаған. Йыл да был акцияла ер шарының төрлө төбәктәренән күп кешеләр ҡатнаша.

Л. ҒАФАРОВА.
Читайте нас: