-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2018, 12:46

Цехта таҙа һәм идеаль тәртип

«Башҡорт ҡаҙы» йәмғиәте БР-ла ауыл хужалығы ҡоштарын үҫтереү һәм үрсетеү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Эшләү дәүерендә предприятие үҙен республикала ғына түгел, унан ситтә лә ышаныслы сертификацияланған продукция етештереүсе итеп күрһәтте.

Хужалыҡта етештереү процесы - инкубация йомортҡаларын алыуҙан, бәпкәләрҙе сығарып үҫтереүҙән һуйыуға һәм ҡош итен етештереүгә тиклем уңышлы көйләнгән. Надежда Савкина ла үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарыусылар араһында.

Производствола хеҙмәт юлын йәш ҡатын ит етештереү операторынан башлаған, шунан ҡош ҡараусы булған. Етдилеге һәм яуаплылығы өсөн уны инкубация цехы бригадиры итеп тәғәйенләгәндәр. Әле Надежда Владимировнаның етәкселегендә 11 кешенән торған коллектив эшләй.

Бригадир «Башҡорт ҡаҙы» йәмғиәтендә йомортҡа ҡуйыу осоро март башында башланыуы һәм июнь аҙағына тиклем дауам итеүе хаҡында әйтте. Ошо ваҡыт эсендә инкубатор хеҙмәткәрҙәре 650 мең йомортҡаны үҙ ҡулы аша үткәрә. Бәпкәләр һатыу цехына күсерелә.

Тәү ҡарашҡа инкубация цехында эш ябай һымаҡ - йомортҡаны махсус температуралы инкубацияға һалаһың. Әммә төп ҡатмарлығы технология процесын идеаль күҙәтеп тороуҙа. Сөнки бөтә предприятиеның эше инкубацияның нисек үтеүенә бәйле. Өҫтәүенә, идеаль таҙалыҡ һәм тәртип инкубация цехы өсөн төп ҡағиҙә булып тора. Бөтә бурыстарын да бригадир оҫта башҡара. Эшендәге уңыштары өсөн Надежда Савкина 2017 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса “Райондың иң яҡшы ҡошсолоҡ хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: