Шулай уҡ янғын-техник йыһаздарҙы күрһәтеп дәрес үткәрҙеләр. Балалар ағымдағы йылда янғындар анализын иғтибар менән тыңланы, уларға көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге, янғын осрағында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлаттылар. Янғын-хәрби машиналар автопаркы балаларҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Уҡыусылар техниканы, авария-ҡотҡарыу йыһаздарын мауығып ҡараны, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Мәғлүмәти-профилактик сараның тормош хәүефһеҙлеге тармағында уҡыусыларҙа теория һәм практика белемен ныҡлы үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.