-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2018, 11:31

Эш эшләнә үҙ яйы менән

Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе Ғәлиә Маликованың бәләкәйҙән умартасылыҡ менән шөғөлләнеү хыялы булған. Йылдар уҙғас, ҡатын быға ирешкән. Бер умартанан башлап ебәргән, ә быйыл яҙ умартасының баҡсаһында 25 умарта урын аласаҡ.

рын аласаҡ.

Биш йылда Ғәлиә Нәғим ҡыҙы китаптарҙан, Интернеттан һәм практикала ла бал ҡорттарын ҡарау нескәлектәрен өйрәнгән-умарталарҙы таҙартҡан, бал алған, ауырыуҙарҙан профилактик саралар күргән һәм умарта күсен үҙ аллы йыйырға өйрәнгән.

Бал ҡорттары уның өсөн ҡыҙыҡлы хобби ҙа, яҡындарын файҙалы бал менән тәьмин итеү мөмкинлеге лә. Уға ире менән кесе ҡыҙҙары Наҙгөл ярҙам итә. Ул Мәләүез ҡалаһында политехник колледжда уҡый, өйҙәренә ялдарға һәм һәм каникулдарға ҡайтып йөрөй. Былтыр йәй ата-әсәһе өйҙә булмағанда үҙ аллы бал ҡорттары күсен йыя алған. Салауат Фәйзулла улы умарталарға ныҡлы таяуҙар эшләп ҡуйған, инвентарь өсөн хужалыҡ блогы һәм ҡышлатыу өсөн умарта баҙы яһаған. Яҙын умарталарҙы баҡсаға сығарырға булыша. Өҫтәүенә, ул яҡшы төҙөүсе лә, ғаиләһенә иркен, уңайлы йорт төҙөгән.

Маликовтарҙың ғаиләһен дә эшһөйәр бал ҡорттары менән сағыштырып була. Йыл әйләнәһе улар мәшәҡәттәр эсендә ҡайнай. Ихата тулы һыйырҙар, үгеҙҙәр, ҡаҙҙар һәм башҡа мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ир менән ҡатын икеһе лә эштә. Салауат Фәйзулла улы- физика уҡытыусыһы, Ғәлиә Нәғим ҡыҙы- мәктәп ҡаҙанлығында оператор.

Мал аҙығы әҙерләүҙә улдары Ирек ярҙам итә. Ул ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһында үҙе төҙөгән шәхси йортта йәшәй. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Себерҙә йәшәгән ҡыҙҙары Уралия ире һәм ҡыҙы менән ҡунаҡҡа ҡайта.

Ҡалалағы балаларын, ейәндәрен саф йәшелсә-емеш менән һыйлау өсөн баҡса тултырып картуф, томаттар, борос һәм башҡа йәшелсә үҫтерә был ғаилә. Емеш ағастары ла байтаҡ. Ҡышын- тәҙрә төптәрендә, йәйен сәскәлектәрҙә төрлө сәскәләр тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.

Донъя мәшәҡәттәренән тыш, Маликовтар спорт менән дә мауыға. Салауат Фәйзулла улы-саңғы шыуа, Ғәлиә Нәғим ҡыҙы скандинав йөрөүе менән шөғөлләнә. Барыһына ла нисек өлгөрөүҙәре тураһындағы һорауыма улар эште берҙәм, аныҡ ойоштороу һәм бер-береңә ярҙам итешеү арҡаһында, тип яуапланы. Хужабикә: “Теләк булһа, барыһы ла килеп сыға”,- тип өҫтәне.

Бал ҡорттарын ҡышлатыу мәле тамамланды. Яҙ етте. Ғәлиә Нәғим ҡыҙы бал ҡорттарының хуш еҫле бал йыйырға сығыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: