+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2018, 11:35

Һыу аҫты моряктары яҙмыштарына зарланмай...

Тиҫтәләгән һәм йөҙәрләгән илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ғүмерен өҙөүсе фажиғәле ваҡиғалар онотолорға тейеш түгел. Ул ғына ла түгел, улар мәңгеләштерелергә тейеш һәм 7 апрель - Төньяҡ флоттың “Комсомолец” атом һыу аҫты кәмәһе экипажының һәләк булыуы һәм һыу аҫты моряктарын иҫкә алыу көнө тип билдәләнә.

Был фажиғә 1989 йылдың 7 апрелендә Норвегия диңгеҙендә булды, ул саҡта бөтә донъяла иң тәрәнгә төшөүсе К-278 “Комсомолец” атом һыу аҫты кәмәһе хәрби хеҙмәттән ҡайтып килгәндә янғын сыға, ут уникаль субмаринаның йөҙә алыуына һәм тәрәнгә төшөүенә ҡамасаулай. Экипаждың 69 кешеһенән 42-һе һәләк була.

Хәҙерге Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты тарихында “Курск” һыу аҫты кәмәһенең 2000 йылдың 12 авгусында Баренцев диңгеҙендә беренсе бүлектә торпеда шартлауы арҡаһында һәләк булыуы ла ҡот осҡос фажиғә. Кәмәнең бөтә экипажы-118 кеше һәләк булды.

7 апрелдә, традиция буйынса, Илебеҙ алдында бурыстарын намыҫлы үтәгәндә Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының караптарында һәм судноларында һәләк булған һыу аҫты моряктары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителә. 7 сәғәт 08 минутта- “Комсомолец” кәмәһенең һәләк булған ваҡытында Төньяҡ флот караптары Андреев флагын төшөрәсәк һәм бөтә атом һыу аҫты караптарында ла бер минут буйы сигнал биреләсәк. Шулай уҡ был көндә, шул иҫәптән флот өсөн офицерҙар әҙерләүсе уҡыу учреждениеларында ла, һыу аҫты кәмәләре геройҙарының иҫтәлегенә арналған саралар үткәреләсәк. Запастағы һыу аҫты кәмәләре моряктары был көндә мемориалдарға бара, сиркәүҙәрҙә панихида ойоштора, мәсеттәрҙә доға ҡыласаҡ.

В. ВЕСЕЛОВ,

БР Диңгеҙ Йыйылышының Фёдоровка районы филилалы рәйесе, запастағы өлкән мичман.
Читайте нас: