Быйыл райондан 100 егет медицина комиссияһы үтәсәк. Шуларҙың 35 генә хеҙмәткә алынасаҡ. Беренсе оҙатыу апрелдең 20-нә тәғәйенләнгән. Күпләп оҙатыу 15 июндән 15 июлгәсә барасаҡ. Был ваҡытҡа армияға саҡырылыусылар йәшенә еткәндәрҙең барыһы ла уҡыу йорттарын тамамлау тураһында документ аласаҡ. Традиция буйынса, “Армияға саҡырылыусылар көнө”н үткәрәсәкбеҙ. Сара 27 апрелгә планлаштырылған,- тип аңлатты Фёдоровка районы хәрби комиссариаты вәкиле Ғ.М. Фәйзуллин.